Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Февраль 2023, 12:15

Актриса туғандары менән ғорурлана

Радик менән Ринат былтыр йәй көнө үк Шайморатов батальонына үҙ теләге менән яҙылып, махсус хәрби операцияға юлланған. 

Актриса туғандары менән ғорурлана
Актриса туғандары менән ғорурлана

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө "Нур" татар дәүләт театры актрисаһы Рида Фәхрисламова матур фотоһүрәт менән уртаҡлашты. Унда актриса әсәһе, ағаһы һәм ҡустыһы менән төшкән. Риданың бер туғандары Радик менән Ринат былтыр йәй көнө үк Шайморатов батальонына үҙ теләге менән яҙылып, махсус хәрби операцияға юллана.

- Беҙҙе, биш баланы, әсәйебеҙ яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, атайыбыҙ йәшләй генә вафат булды. Өс ул, ике ҡыҙ үҫтек. Әсәйем улдарына ысын ир-егет тәрбиәһе бирә алғандыр тип уйлайым, сөнки улар – бына тигән ғаилә башлыҡтары, балаларына өлгөлө атайҙар. Әлеге хәлдәр башланғас, ағайым менән ҡустым, ике уйлап тормай, ил һағына баҫасаҡтарын белдерҙе, - тип һөйләне Рида.

Радик та, Ринат та – хәрби сынығыу үткән яугирҙәр. Өлкәне Ҡарабахтағы хәрби бәрелештәрҙә булған, кесеһе Чечня ерендәге һуғышта ҡатнашҡан офицер.

Ғинуар айында Радикты тыуған яғына ҡайтарғандар, ә Ринат ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып киткән. Әйткәндәй, Радиктың улы Айнур ҙа мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

- Туғандарымдың имен-аман булыуҙарын, иҫән-һау ҡайтыуҙарын көн дә теләп кенә торабыҙ. Ил һағындағыларҙың барыһының да теүәл килеш, яҡындарын, атай-әсәйҙәрен, ғаиләләрен ҡыуандырып ҡайтып төшөүен, ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйек! - тине Рида.

Изге теләктәр тормошҡа ашһын Алла бойорһа!

Фотолар Р. Фәхрисламованың шәхси архивынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: