Ғинуар башында шағирә, журналист Гөлфиә Юнысова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләһенә ошо балалар баҫмаһын яҙҙырырға тигән ниәт менән "Йәншишмә" республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите редакцияһына килгәндә автобуста шундай һөйләшеүгә шаһит була: ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе икенсеһенә "гуманитар ярҙам ебәргәндә ҡулъяулыҡ та һалырға кәрәк икән, күршемдең улы әсәһенән ҡулъяулыҡ һораған" тигән.
Гөлфиә Юнысова, быға тиклем гуманитар ярҙам йыйғанда хәрбиҙәргә ҡулъяулыҡ кәрәклеге ишетелмәне, был миңә яңылыҡ булып тойолдо, ти.
Редакцияла ветеран журналист, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ла була һәм тәҡдимде күтәреп ала. Тиҙҙән "Йәншишмә" гәзите "Ҡулъяулыҡ" акцияһы иғлан итә. Мәктәптәр, уҡытыусылар, уҡыусылар башланғысты күтәреп ала. Айырыуса Салауат, Баймаҡ райондары, Күмертау ҡалаһы белем усаҡтары,Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы әүҙем була. Күмәкләп ҡулъяулыҡтар сигәләр, хаттар яҙалар, һүрәттәр төшөрәләр.
Бынан тыш, миһырбанлы кешеләр боҙолмай торған ризыҡтар - сәй, сәксәк, бауырһаҡ, сәтләүек, ҡаҡ, киптерелгән емештәр, кәнфит-шоколад, йылы кейемдәр, сигелгән янсыҡтар килтерәләр. Өфөләге "Ихлас" мәсете лә ярҙам итә - 300 яулыҡ бирә, уларҙан һәр батальонға 100-әр ҡулъяулыҡ әҙерләнә. Башҡортостан мосолмандарының диниә назаратынан доғалар тапшыралар.
23 февралдәге Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарай был бүләктәр башҡорт батальондарына ебәреләсәк. Афарин, балалар!
Фото: uznayvse.ru