Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Февраль 2023, 21:20

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ниндәй саралар әҙерләнә?

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үткәрелде.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ниндәй саралар әҙерләнә?
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ниндәй саралар әҙерләнә?

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитеты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған.

“Республика Хөкүмәте ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә әҙерлек саралары буйынса эш башҡарҙы. Әҙерлек һәм сараларҙы үткәреү планының проекты булдырылды”, – тине Ирек Сәғитов.

Билдәләп үтелеүенсә, 22 февралдә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе наградлау буласаҡ, шулай уҡ “Торатау” конгресс-холында тантаналы йыйылыш уҙғарыласаҡ. 23 февралдә Советтар Союзы Геройҙары А. Матросов менән М. Ғөбәйҙуллин һәйкәленә, Совет майҙанында Рәсәй Геройы М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу планлаштырылған.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса вице-премьер муниципаль райондар башлыҡтарына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар һәм концерттар ойошторорға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: