Башҡортостандан 25 ирекмәндән торған эҙләү-ҡотҡарыу командаһы ер тетрәүҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн Төркиәгә юлланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, төркөм составына ярҙам итергә теләк белдергән һәм рәсми ялда булған ҡотҡарыусылар ингән.
Ирекмәндәр кешеләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән этте командировкаға алды. Торин ҡушаматлы хайуанҡай бындай күнекмәләргә эйә һәм бер нисә тапҡыр ҡотҡарыу операцияһында ҡатнаша.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостандан тағы 80-гә яҡын ҡотҡарыусы Төркиәгә юллана, тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Төркиәлә ер тетрәү һөҙөмтәһендә һәләк булғандар һаны 12391 кешегә етте, зыян күреүселәр 63 мең тиерлек, тип хәбәр итә Anadolu урындағы агентлығы.
Сығанаҡ: vk.com/goskomitetrb