Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Февраль 2023, 17:00

Рөстәм Нәбиев сәхнәне яуларға йыйына

"Йырҙар яҙҙырырға теләйем. Тауҙарға артылыуҙы әлегә туҡтатып торам".

Рөстәм Нәбиев сәхнәне яуларға йыйына
Рөстәм Нәбиев сәхнәне яуларға йыйына

Башҡорт блогеры һәм ҡыйыу яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең күп тауҙарҙы яулауы хаҡында беләһегеҙ. Әле ул тиҙҙән сәхнәлә сығыш яһаясағы хаҡында белдергән. Был хаҡта ул "Business FM" радиостанцияһына интервью биргән саҡта әйткән. «Сәхнәлә сығыш яһарға һәм йырҙар яҙҙырырға теләйем. Тауҙар әлегә тороп торор», - тигән ул.

Рөстәм Нәбиев белдереүенсә, тәүҙә ул мөмкинлектәре сикләнгән кешенең Эльбрусҡа артыла аламы-юҡмы икәнен һынап ҡарарға уйлаған. Хыялы бойомға ашҡас, тағы ла бейегерәк үрҙәргә күтәрелеү теләге уянған. Ләкин хәҙер ул тауҙарҙан бер аҙ ял итеп алырға ҡарар иткән.

«Ваҡытымды үҙемдең үҫешемә, брендымды нығытыуға бағышларға, Австралия ораторы Ник Вуйчич кеүек сәхнәлә сығыш яһарға теләйем. Тағы ла бер маҡсатым бар - йыр яҙҙырыу. Бәлки, тиҙҙән минең сәхнәлә йырлауымды ишетерһегеҙ», - тигән ул.

Бәлки, тиҙҙән сәхнәлә ҡыйыу йөрәкле, сәмле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән Рөстәм Нәбиевтең сығыштарын күрербеҙ. Хыялдарың тормошҡа ашһын, изге уйҙарың маҡсатына ирешһен, тигән теләктә ҡалабыҙ. Уңыштар һиңә, Рөстәм!

Фото: Рөстәм Нәбиев.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: