Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Февраль 2023, 16:30

Хәйбулланан яугирҙәргә ылау оҙатылды

Ярҙам тейәгән "УАЗ" автомобиле лә яугирҙәр өсөн тәғәйенләнгән

Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан яугирҙәргә ылау оҙатылды

Бөгөн Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтары өсөн сираттағы гуманитар ярҙам юлға сыҡты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Бөгөн Хәйбулла районынан махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Яҡташтар һорауы буйынса беренсел кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, төрлө ҡоролмалар ҙа йыйылған. Мәҫәлән, буржуйка мейестәре, генератор һәм  дарыуҙар. Ярҙам тейәгән "УАЗ" автомобиле лә яугирҙәргә тәғәйенләнгән.

-Ярҙамды һәр ваҡыттағыса бар район халҡы йыйҙы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ылау имен барып етеп, һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын! Тиҙерәк Еңеү килһен! Донъяла тыныслыҡ урынлашһын! – тип яҙған Рөстәм Шәрипов.

Хәйбулла халҡының гуманитар ярҙамы яҡташтарына имен-һау барып етһен, уларҙың ризыҡтарына яҙһын!

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан  яугирҙәргә ылау оҙатылды
Хәйбулланан яугирҙәргә ылау оҙатылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: