Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам итмәгән ауыл, ҡала һәм район юҡтыр. Йылайыр районының Һабыр ауылы халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған.
Улар мәҙәниәт йортона йыйылып, хәрби хәрәкәттәгеләр өсөн кәрәкле маскировка селтәрҙәре үреүҙе ойошторған. Ә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары мәктәп ашханаһында яугирҙәр өсөн ит быҡтырған. Алдан яҙып эленгән иғлан буйынса һәр кем өйөнән ит алып килгән, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре өсөн сепрәк-сапраҡты ла үҙҙәре алған.
Бындай селтәрҙе үреү еңелдән түгел, ул мәшәҡәтле, ваҡытты ла күп ала. Шуға күрә ауылдың ир-аттары ла был эшкә ихлас ярҙам иткән. Илдәге ауырлыҡты дөйөм көс менән күтәргәндә генә еңеп сығыу мөмкин икәнлеген яҡшы аңлай һабырҙар.
Һабырҙарҙың татлы һәм хәләл һуғымдан быҡтырылған иттәре яҡташтарына тыуған яҡ сәләме булып ризыҡтарына яҙһын, ә маскировкалау селтәрҙе уларҙы дошмандан һаҡлаһын, тип теләйһе килә.
Афарин, берҙәм һәм уңған Һабыр ауылы халҡына!
Фото: Һабыр ауылы төркөмө.