Ниндәй генә ауыр ваҡытттар булмаһын, уның шатлыҡлы һәм бәхетле мәлдәре лә була. Күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһендә атай менән улдың осрашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Бөгөн был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт еткерәбеҙ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә Борис Гулин махсус хәрби операция зонаһына барғанда улы хаҡында борсолоуын, уны уйлауын белдерә. Ләкин уны осратырмын тип уйламай ҙа.
Ысынлап та, һәр кемдең улы - атаһының дауамы, уларҙың ғорурлығы һәм шатлығы. «Шахтёр» ҡушаматлы яугирҙең атаһы Борис Гулин да тап шулай тип иҫәпләй. Ул Башҡортостандан Донбассҡа киткән гуманитар ярҙамды оҙатып бара.
«Ауылдаштарыбыҙ - ирекмәндәр, хәрби хәрәкәт ветерандары менән ҙур күләмдә гуманитар йөк йыйҙыҡ. Әлбиттә, һәр кем үҙенең посылкаһын да әҙерләгән. Мин дә барҙым. Районыбыҙҙан гуманитар ярҙамға яҡташтарыбыҙға УАЗ-дар, махсус хәрби ҡорамалдар, балалар хаттары, һүрәттәр килтерҙек. Тәғәйенләнгән урынға ла имен-аман барып еттек. Беҙҙе яугирҙәр ҡаршы алды, йөктө бушата башланыҡ. Һәм ҡапыл шундай яҡын тауышты ишетәм: "Атай, сәләм!“ Ҡолағыма ишетелгәндер, тип уйланым. Көн һайын ҡатыным менән улыбыҙ хаҡында һөйләшәбеҙ, ләкин ул беҙҙең менән бәйләнешкә һирәк сыға. Смс-хәбәрҙәр килһә, бик һәйбәт. Әммә һәр ваҡыт башымда уның тауышы яңғырай... Көслө, ҡеүәтле яугир ҡосағына ингәс тә аңланым - улым. Ул да күрешербеҙ тип уйламаған.
«Улым - ысын хеҙмәтсән: Төньяҡта, Арктикала, һуңынан Башҡортостан ҡалаларының береһендәге шахтала эшләне. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса повестка алыуы тураһында әйткәс, беҙ тормош иптәшем менән белә инек – мотлаҡ барасаҡ. Шулай булды ла. “Атай, һин минең өсөн борсолма. Мин Ватанымды иптәштәрем менән һаҡларға китәм“, тине. Ә нимә тип яуап бирерһең? Төнө буйы аш бүлмәһендә ултырҙыҡ. Таңға табан уға: илеңә хыянат итмә“, тип әмер бирҙем, - ти Борис Гулин.
«Шахтёр» атаһына Башҡортостан яугирҙәренең көнкүрешен күрһәткән. Борис Гулин егеттәрҙең, ысынлап та, барыһы ла һәйбәт икәнлеген белдерә. Ер өй йыйыштырылған, өҫтәл таҙа. Хатта яңы ҡойған ҡоймаҡ та бар. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәр буш ваҡыттарында өйҙәге кеүек ризыҡ әҙерләү мөмкинлегенә эйә, республика халҡы уларға даими рәүештә аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән он һәм май ебәрә.
Башҡортостандан гуманитар ылау даими рәүештә оҙатыла, улар Донбассҡа йыш йөрөй. Бористың яңынан килеүе лә ихтимал. «Улымды йәнә бер күрәмме, белмәйем. Бында курорт түгел, ә хәрби хеҙмәт. Яуҙа барыһы ла ҡәтғи рәүештә. Ҡатыным Юлиә улым менән тағы ла осрашырбыҙ, тип өмөтләнә. Нисек кенә булмаһын, Хоҙай үҙе һаҡлаһын һәм фатиха бирһен, барыһы ла имен-һау булһындар! Ә беҙҙең өсөн борсолмаһындар», - ти ир.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ"