Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 16:00

"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"

Афған һуғышында Башҡортостандан 10 мең самаһы һалдат ҡатнашҡан, 343 кеше һәләк булған.

"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"
"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"

Бөгөн – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районындағы яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында ҡатнашты.

– Фотола минең һул яҡта – Михаил Николаевич Савельев. Афғанстан хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Ул ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Күгәрсен бүлексәһен етәкләй. Уң яҡта – уның улы Евгений, ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша, әле ялда.

Улар, башҡа һалдаттарыбыҙ, ветерандарыбыҙ, Күгәрсен районы халҡы менән бергә яугир-интернационалистарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдыҡ. 15 февралдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 34 йыл тулыу айҡанлы, бындай саралар бөтә республикала үтә.

Афған ваҡиғаларында Башҡортостандан 10 мең самаһы һалдат ҡатнашҡан. Республикабыҙҙан 343 кеше һәләк булған. Бөгөн беҙ шул һуғышта ғүмерен биргән, беҙҙең арала булмаған  егеттәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Ватаныбыҙҙы һаҡлаған һәм уны махсус хәрби операция барышында яҡлағандарға рәхмәт белдерәбеҙ.

Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште. Ә хәҙер меңәрләгән егеттәребеҙ хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Еңеү менән, тере һәм иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем.

Һәләк булған геройҙарға — мәңгелек хәтер һәм дан! – тине ул.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com

"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"
"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"
"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"
"Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт ҡыйыу һәм батырҙарса көрәште"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: