Бөгөн Өфөлә Ватандан ситтә үҙ бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән бөтә хәрбиҙәр иҫтәлегенә арналған "Ҡайғырыусы әсә" мемориалына сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Тантанала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Альберт Маликов, ветеран ойошмалары, хәрби-илһөйәрлек клубтары һәм йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Улар мемориалға сәскә һалды һәм һәләк булғандарҙы хөрмәтләп, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Бөгөнгө иҫтәлекле дата – 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу тамамланған көн. Был көндө Афған һуғышы геройҙары менән бер рәттән Ватаныбыҙ сиктәренән ситтә хәрби бурысын намыҫлы үтәгән барлыҡ һалдат-интернационалистар алдында миллионлаған кешеләр баш эйә.
Уларҙың батырлығы һәр ваҡыт өлгө булып ҡала. Улар шулай уҡ Ватандың бөгөнгө һаҡсылары – әле фронт һыҙығында булғандарҙың бөтәһе өсөн дә ысын батырлыҡ өлгөһө булып тора.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ufa