Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 06:00

Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар

Саҡмағош районында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир һөйгәне менән никах уҡытҡан.

Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар
Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар

Был хаҡта Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Ошо көндәрҙә, әле отпускыла булған, мобилизацияланған яугирҙарыбыҙҙың береһе өйләнергә ниәтләй, тип яҙған инем. Бөгөн улар өсөн ошо тантаналы һәм тулҡынландырғыс мәл - никах көнө етте.

Йәштәргә бәхет, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм татыулыҡ теләйбеҙ. Һалдатыбыҙ - ғаиләһенең ышаныслы таянысы, ә ҡатыны уны аңлаған һәм хәстәрлекле тормош юлдашы булһын. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, һөйөү хистәрегеҙ һүрелмәһен!" - тип яҙған район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев.

Беҙ ҙә йәш ғаиләне никахтары менән ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Фото: Реканс Ямалиевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар
Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар
Намыҫлы хеҙмәт итәләр, яратып ғаилә ҡоралар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: