Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 16:30

Шайморатовсылар ярыша

Ҡышҡы "Шайморатовсы уйындары” иң-иңдәрҙе асыҡлай.

Шайморатовсылар ярыша
Шайморатовсылар ярыша

Быйыл Башҡортостандың район һәм ҡалаларында Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 85 класс эшләй.

“Шайморатов  кластары”нда ил тарихына хөрмәт, патриотизм, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлығы өлгөһөндә тыуған ил, республика  өсөн ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуға, сәләмәт тормош алып барыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Тәүге “Шайморатов кластары” асылғандан алып, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы йыл һайын Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге кубокка ҡышҡы һәм йәйге "Шайморатов уйындары"н уҙғара. 2023 йылда Ватан һаҡсылары көнөнә арналған ҡышҡы "Шайморатов уйындары” 11 һәм 18 февралдә үткәрелә. Уйындар ике этапта үткәрелә:

1-се этап (һайлап алыу) – “Шайморатов кластары” командирҙары конкурсы 11 февралдә республиканың 2-се “СМАРТ” полилингваль күп профилле  гимазияһында үтте. Унда уйындарҙы асыу, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интеллектуаль олимпиада һәм “Шайморатов кластар”ы командирҙары менән MR-512 винтовкаһынан мәргәнлеккә атыш ойошторолдо. Хәрби кураторҙар өсөн "Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында “Шайморатов кластары”н асыу һәм эшләтеү буйынса методик тәҡдимдәр” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

Ҡышҡы "Шайморатов уйындары”ның 1-се этабы һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау этабына “Шайморатов кластары”нан 20 команда сыҡҡан, уларҙың командирҙары максималь балдар йыйған.

2-се этап (йомғаҡлау) 18 февралгә билдәләнгән. Күмертау ҡалаһының  10-сы мәктәбе базаһында хәрби-спорт уйындары уҙғарыласаҡ.

Шуны ла билдәләү мөһим, тап ошо мәктәптең “Шайморатов кластары” уҡыусылары былтыр йәйге "Шайморатовсылар уйындары”нда еңеү  яуланы.

Йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар сафта үтеүҙә, строй йырын башҡарыуҙа һәм спорт ярыштарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынай.

Абсолют еңеүсегә Рәсәй Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге күсмә күбок тапшырыласаҡ. Шәхси һәм команда беренселеге еңеүселәре һәм призерҙар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнәсәк.

Шайморатовсылар ярыша
Шайморатовсылар ярыша
Шайморатовсылар ярыша
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: