Бөгөн Сибай халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант Мәхийәнов Марат Рәфҡәт улын һуңғы юлға оҙатты. Ул 1972 йылдың 19 февралендә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһының 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатын, һуңынан «Автоматлаштырылған идара итеү системалары» белгеслеге буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
1994-1996 йылдарҙа офицер вазифаһында радиоэлектрон ҡорамалдар буйынса самолеттар әҙерләү төркөмө расчетында хәрби хеҙмәт үтә. 1999 - 2002 йылдарҙа эске эштәр органдарында Сибай ҡала Эске эштәр бүлегенең өлкән инженер-программалаусыһы һәм Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығы мәғлүмәт үҙәгенең компьютер элемтәһе төркөмөндә өлкән инженер-электронсы булып хеҙмәт итә. 2001 йылда Чечен Республикаһында конституцион тәртипте тергеҙеү буйынса хеҙмәт командировкаһында була. 2002-2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының һалым полицияһы органдарында хеҙмәт иткән.
Марат Рәфҡәт улы ҡул һуғышы һәм самбо буйынса Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһындағы ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе булған. Федераль һалым полицияһы хеҙмәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән, «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» һәм «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» наградаларына эйә булған.
2022 йылдың 26 октябрендә Марат Рәфҡәт улы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул 33387 ғәскәри частың 1-се батареяһы танкыға ҡаршы взводы командиры вазифаһында үтә.
2023 йылдың 29 ғинуарында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, хәрби антҡа тоғро ҡала. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән наградланған. Орден әсәһе Гәүһәр Абдулла ҡыҙына тапшырылды.
Марат Рәфҡәт улының әсәһе Гәүһәр Абдулла ҡыҙының, ҡатыны Раушания Хәлил ҡыҙының, улдары Таһир, Заһир, Рамаҙандың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яугирҙең йәне йәннәттә булһын.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.