Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 09:00

Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо

Ике йөк машина ағас һәм таҡта, дарыуҙар, ойоҡбаштар, хатта мунса кәрәк-ярағы ла бар. 

Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау юлға сыға. Таулыҡай ауылы биләмәһенә ҡараған Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдары халҡы ла изге эшкә әүҙем ҡушылды. Өс ауылдың кешеләре районда барған яуҙағыларға маскировка селтәрҙәре үреү акцияһын дәррәү күтәреп алған. Ике көн дауам иткән был эшкә мәктәп уҡыусылары ла үҙ өлөшөн индергән.

Ауылдарҙың ағинәйҙәр клубы ағзалары ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Сыңғыҙ ауылы инәйҙәре хәрбиҙәр өсөн гигиена, йыуыныу кәрәк-ярағы, таулыҡайҙар бик күп төрлө дарыуҙар, буранбайҙар иһә йылы ойоҡбаштар, футболкалар, дарыуҙар, бирсәткәләр һ. б. кәрәкле әйберҙәр әҙерләгән.

Таулыҡай ауылының ир-егеттәр ҡоро аҡса йыйып, тепловизор һатып алған. Үҙ йорттарында тиҫтерҙәре менән йыйылып, быҡтырылған ит, башҡа ризыҡтар әҙерләүселәр ҙә күп булған.

Шулай уҡ урындағы шәхси эшҡыуарҙар, атап әйткәндә, Сыңғыҙ ауылынан Булат Рәжәпов, Бикештән Андрей Юлғотлин, Үрге Яйыҡбайҙан Айҙар Ғәйетҡолов һәм Түбә ауылынан Ҡыуат Боҫҡонов, Ишейҙән Ринат Исҡужин яу ҡырына ағас материалдары оҙатҡан. Ике йөк машинаһы ағас һәм таҡта гуманитар ылау менән бергә алып барыласаҡ.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халҡыбыҙ. Ихлас күңелдән йыйылған ярҙам саралары егеттәребеҙгә имен-аман барып етһен, уларҙың көнкүрешен еңеләйтһен һәм еңеүгә өлөш булһын.

Фотолар: “Таулыҡай ауылы” төркөмөнән.

Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Йорттарҙа ярҙам эштәре гөрләп торҙо
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: