Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль сәхифәһендә яҙған.
"Бөгөн бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил беҙҙең менән бергә ҡайғыра – беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Мөхәмәтдинов Марат Вәкил улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты киләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.
Марат Вәкил улы әрме хеҙмәтен үткәндән һуң контракт буйынса хеҙмәт итә. «Хәрби бурыс», «яуаплылыҡ», «Ватан» кеүек төшөнсәләргә тоғро, етди ҡарашлы кеше булараҡ, ул Тыуған илгә хәүеф янағанда ситтә ҡала алмай.
Украиналағы махсус хәрби операцияла үҙе теләп 2022 йылдың май айынан ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының 9 ноябрендәге Указы менән Жуков миҙалы менән бүләкләнә.
Хөрмәтле Вәкил Ғәни улы, Зәкир Вәкил улы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ", - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Урының йәннәттә булһын, батыр яугир!
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.