

Йыл да февралдә илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 34 йыл тулды. 10 йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә, 343 яҡташыбыҙ Афғанстандан әйләнеп ҡайтманы. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә.
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 34 йыл тулыу айҡанлы, республикабыҙҙың һәр ҡала һәм районда Ватандан ситтә үҙ бурысын үтәгән яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу буйынса саралар үтте.
Белорет районы һәм ҡалаһынан Афғанстанда 450-нән ашыу егет хеҙмәт иткән, уларҙың һигеҙе һәләк була. Был көндө белореттар "Еңеүгә 40 йыл" аллеяһында йыйылды, яугир-интернационалистарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды.
Был фотоһүрәттәрҙә Белорет, Тәтешле, Хәйбулла, Ғафури, Асҡын, Саҡмағош, Әбйәлил, Салауат, Бөрйән райондарындағы яугир-интернационалистар ҡатнашлығындағы сараларҙан күренештәр.
Фото: vk.com