Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Февраль 2023, 14:30

Мунса "бурағандар", миндеге лә бар...

Бөрйән районының Байназар ауылы халҡы яугирҙәребеҙгә мобиль мунса эшләгән. Эсендә бөтә кәрәк-ярағы урынлаштырылған, беркетелгән.

Мунса "бурағандар", миндеге лә бар...
Мунса "бурағандар", миндеге лә бар...

"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Бөрйәндәр" төркөмөндә ошо хаҡта яҙып сыҡҡандар. Ир-ат халҡы тағылмалы мунса яһап, миндек әҙерләп, ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡтар бәйләп, маскировка селтәрҙәре үреп, йыуыныу кәрәк-ярағы хәстәрләгән. 

"Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар - барыһы ла берләшеп, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Байназар ауылында тиҙ арала гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо, районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла был әһәмиәтле акцияға әүҙем ҡушылды, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте, был мөһим уртаҡ эштән ситтә ҡалманы.

Һалдаттар, һеҙгә сәләмәтлек теләп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ниәтләнек. Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер.

Берҙәм булайыҡ! Рәхмәт!" - тигән яҙма баҫылған төркөмдә.

Фото: https://vk.com/club114201320

Видео: https://vk.com/wall-64417743_552368

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: