Был турала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы.
"Билдәле яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйеновтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында "Зарница" хәрби-спорт уйыны үткәрелде. Сара Иҫке Күрҙем ауылында "Быуындар хәтере" йәштәр патриотик форумы барышында уҙҙы.
Уйын дуҫтарса һәм ойошҡан рәүештә үтте. Белем биреү мәктәптәренән йыйылған 10 команданың һәр береһе, ысынлап та, "Берәү - бөтәһе өсөн, бөтәһе - берәү өсөн" икәнен аңланы.
Бөтә командалар ҙа этаптарҙы лайыҡлы үтте. Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә булдырылған күсмә кубок Иҫке Күрҙем ауылынан Ә. Атнабаев исемендәге мәктәп илһөйәрҙәренә тапшырылды", - тип хәбәр итте етәксе.
Фото: https://vk.com/fshaikhislamov