+14 °С
Болотло
Талбазы ауылында йәшәгән Зөлфиә Сидорова госпиталдәрҙә ятҡан яралы һалдаттар өсөн тәбиғи йөндән кейеҙ ойоҡбаш баҫып әҙерләй башлаған. Операциянан һуң ир-егеттәр өсөн бик уңайлы, тип иҫәпләй шәфҡәт туташтары. Тәүҙә Зөлфиә бәләкәй улы менән генә эшләһә, бөгөн уға ярҙам итергә теләүселәр өҫтәлә.
Әҙер ойоҡбаштарҙы дүшәмбе көнө Дондағы Ростовҡа ебәрергә уйлайҙар.
Был хаҡта тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Фото: vk.com/nogotokbrovkin