Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Февраль 2023, 16:00

Яугирҙәргә үҙенең "УАЗ"ын бүләк иткән!

Әлшәй районынан пенсионер Фәрит Ситдиҡов "тимер ат"ын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә оҙатҡан

Яугирҙәргә үҙенең "УАЗ"ын бүләк иткән!
Яугирҙәргә үҙенең "УАЗ"ын бүләк иткән!

Әлшәй районының Мечниково ауылында йәшәгән пенсионер  Фәрит Ситдиҡов үҙенең "УАЗ" автомобилен махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугирҙәргә оҙатҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итә.

"Һәр һалдат беҙ бергә икәнебеҙҙе тойорға тейеш. Беҙҙең бурыс - кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итеү", - тигән ул.

Бөгөн районда бөтә йүнәлештәрҙә лә махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәргә ярҙам күрһәтелә. Битараф булмаған кешеләр: эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм предприятиелар, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, өлкән йәштәге әлшәйҙәр - ярҙам йыйыу пунктына йылы әйберҙәр, шәхси гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, медикаменттар - һаҡсыларыбыҙ өсөн бик кәрәкле бөтә нәмәләр килтерә. Рәхмәт, яҡташтар!" - тип яҙған Дамир Мостафин.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең шәхси "тимер ат"ын яугирҙәргә бүләк иткән Фәрит Ситдиҡовтың был аҙымы маҡтауға лайыҡ.

Фото: Дамир Мостафиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: