Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Февраль 2023, 23:00

Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек

"Башҡортостан" гәзите конкурсында Шаран районынан Миңлифәғил Сәйетов ҡатнаша.

Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Шаран районынан Миңлифәғил Сәйетов ҡатнаша. Ул - 2015 йылдан Шаран районының һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр, тәртип һаҡлау органдары һәм махсус хәрби операция ветерандары ойошмаһы рәйесе. 1989 йылдан яугир-интернационалистар менән эшләгән. Райондың ветерандар ойошмаһы 330 кешене берләштерә.  

Миңлифәғил Рәхим улы Сәйетов Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән: БТР водителе, ротаның өлкән водителе булып хеҙмәт итә, һуңғы биш айҙа рота командирының техник эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн СССР-ҙың Юғары Советы грамотаһы, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы”, “СССР һалдат-интернационалисы” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Армиянан һуң ул “Шаран” совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлауға өлгәшә. Юғары спорт ҡаҙаныштары һәм техникумдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн техникум энциклопедияһына индерелгән.

Агроном, инспектор, 148-се Шаран профессиональ училищеһы уҡытыусыһы, методист була, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Көнбайыш төбәктә Гидротехник ҡоролмаһын файҙаланыу буйынса идаралыҡта мастер булып булып эшләй. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен йөрөтә.

“Иң мөһиме – ул беҙгә ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килгән ауырлыҡтар түгел, ә яуҙа һыналған, унан да көслөрәге булмаған армия дуҫлығы”, – ти Миңлифәғил Рәхим улы.

Ул ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә, йәш быуын араһында илһөйәрлек тәрбиәне ойоштороуға индергән шәхси өлөшө өсөн Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзының “Ҡаҙаныштар өсөн” ордены, төрлө миҙалдар һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Фото: М.Р. Сәйетовтың шәхси архивынан.

Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Армиялағы дуҫлыҡ ғүмерлек
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: