Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Февраль 2023, 15:00

"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"

Беҙҙең конкурста Ғафури районынан Илфат Закиров ҡатнаша.

"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Ғафури районынан Илфат Закиров ҡатнаша.

Ул Ғафури районындағы “Рәсәй Геройы Ф.А. Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” район йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә. Ойошма Афған һуғышы, Чечен һәм Сүриә, Мозамбик, Грузия, Абхаз, Тажикстан конфликттары һәм Украиналағы махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан яугирҙәрҙе, ветерандарҙы берләштерә.

Илфат Рәхимйән улы Закиров Өфөлә тыуып үҫкән. Баш ҡалалағы художество-техник лицейҙы тамамлағас, 1994 йылда армияға алына. Новосибирск өлкәһендәге ябыҡ ҡалала хеҙмәт итә. 1995 йылдың мартында үҙ теләге менән Төньяҡ Кавказға юллана. Һигеҙ ай махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Армиянан ҡайтҡас, Өфөлә эшләй һәм йәшәй. 1998 йылда баш ҡаланың Октябрьский районы хакимиәте ойошторған “Ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар союзы” ойошмаһында эшләй. 2000 – 2005 йылдарҙа Себерҙә лә эшләргә насип итә. Ә инде тыуған еренә ҡайтҡас, ғаилә ҡороп, Ғафури районының Красноусол ауылында төпләнә, үҙ эшен асҡан.

– Әсәйем Ғафури районынан, бала сағым ошо ерҙә үтте, туғандарым да күп, шуға ла миңә бында оҡшай, – ти ул.

Илфат Рәхимйән улы “Рәсәй Геройы Ф.А. Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булараҡ райондың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның егеттәре мәктәптәрҙәге хәрби-илһөйәрлек дәрестәре үткәрә, махсус хәрби операциялағы яҡташтарға гуманитар ярҙам туплап, урынына тиклем оҙатып алып бара. Ойошмаға ҡараған биш хәрби хәрәкәт ветераны әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Ошо көндәрҙә Илфат Закиров тағы ла махсус хәрби операциялағы Ғафури егеттәре янына йыйына. Эшегеҙ уң, юлдарығыҙ имен булһын.

 

Фотолар Илфат Закировтың социаль селтәрҙәге сәхифәненән алынды.

"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
"Үҙ еремдә йәшәү оҡшай"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: