Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Ҡырмыҫҡалы районынан “Ҡырмыҫҡалы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге – Чечня, махсус хәрби хәрәкәт” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Финат Бикҡузин ҡатнаша. Был эшмәкәрлекте 10 йылдан ашыу алып бара ул. Йәмәғәт ойошмаһы 100-ҙән ашыу ир-егетте берләштерә, унда Архангел районы ветерандары ла ингән.
Финат Рим улы Бикҡузин 1970 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. 1988 йылда армияға алына һәм ике йыл сик һағы ғәскәрҙәрендә разведчик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Ҡабаҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай, ситтән тороп Мәскәү иҡтисад институтының юридик факультетын тамамлаған. 1999 – 2001 йылдарҙа Грозный ҡалаһында “Альфа” төркөмө спецназында контракт буйынса хеҙмәт итә. Шулай уҡ 2004 – 2005 йылдарҙа Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша, разведка взводы командиры була.
Тыуған еренә ҡайтҡас, дәүләт һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Бер аҙҙан балаларҙа илһөйәректе тәрбиәләү йүнәлешендә йәмәғәт эше менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Әлеге ваҡытта - Ауырғазы күп профилле колледж директоры.
Финат Бикҡузин йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул етәкселек иткән “Ҡырмыҫҡалы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге – Чечня, махсус хәрби хәрәкәт” йәмәғәт ойошмаһы Ватанды һаҡлау һәм яҡлау, йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре менән бәйләнеш тоталар, гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашалар, геройҙар иҫтәлегенә спорт ярыштары уҙғаралар, районда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Егеттәр һүҙ менән генә түгел, ә эштәре менән Ватан терәге булыуын иҫбатлай. Ошондай ир-егеттәрбеҙ бар саҡта бирешмәйәсәкбеҙ.
Фото: Финат Бикҡузиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.