Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан “Берҙәм логистика үҙәге”нән яугирҙәребеҙ өсөн сираттағы гуманитар автоколонна оҙатылды.
Был ярҙам ылауы Ватан һаҡсылары байрамына бағышланған, сөнки был көн - тап уларҙың байрамы.
Тыуған йорттарынан алыҫ тарафтарҙа булған яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй, Ватанды яҡлай.
– Беҙҙең һалдаттар юлһыҙ урындарҙан үтеү мөмкинлеге юғары булған 22 автомобиль, шулай уҡ буржуйка мейестәр, генераторҙар, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, ағас материалдар, күсмә мунса, элемтә саралары, әлбиттә, туғандарының һәм дуҫтарының посылкаларын аласаҡ. Был юлы ярҙам алты хәрби часҡа алып барыласаҡ. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткән кешеләрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Байрам алдынан егеттәребеҙҙе хуплап, Тыуған ерҙәренең йылыһын алып барғы килә, – тине республика Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Фото: webz.telegram.org