Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Альберт Шаһиморатов ҡатнаша. Ул әле Өфөлә йәшәй һәм 2016 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе булып тора. Был ойошма республикала өс меңдән ашыу ир-егетте, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙы, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын туплай.
Альберт Нияз улы Шаһиморатов 1959 йылда Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуған. 1976 йылда Новосибирскиҙа урта мәктәпте тамамлағас, Новосибирск юғары хәрби дөйөм ғәскәр училищеһына уҡырға инә. 1980 йылдан йәш офицер хеҙмәт юлын Ҡораллы Көстәрҙа дауам итә – Волга буйы һәм Төркөстан хәрби округтарында.
1981 - 1983 йылдарҙа Афғанстандағы совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хеҙмәт итә – 5-се гвардия дивизияһының 371-се гвардия полкының мотоуҡсылар ротаһы командиры урынбаҫары була. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Афғанстандан һуң Ҡазан юғары танк мәктәбендә хеҙмәт итә, Варшава килешеүе системаһы академияһында уҡый. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Гуманитар академияһын тамамлай. 1993 – 2009 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбендә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында етәксе вазифаларҙа эшләй. Һуңғы вазифаһы – институт етәксеһенең кадрҙар һәм белем биреү эштәре буйынса урынбаҫары, һуңынан 2009 - 2021 йылдарҙа – ошо институттың ветерандар менән эшләү буйынса начальник ярҙамсыһы.
2016 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе булып тора. Башҡортостанда өлкә бүлексәһе ойошторолғандан алып, 2002 йылдан, “Хәрби туғанлыҡта”.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены, “Жуков” миҙалы, Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Фото: Альберт Шаһиморатовтың ғаилә архивынан.