Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Февраль 2023, 11:00

"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"

"Башҡортостан" гәзите конкурсында Өфө ҡалаһынан Фәрит Моратов ҡатнаша.

"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Өфө ҡалаһынан Фәрит Моратов ҡатнаша. Ул “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Шулай уҡ тыуған районындағы “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы эшендә лә әүҙем ҡатнаша.

Фәрит Әхмәтғәле улы Моратов 1976 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Оҙаҡ йылдар Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлексәһендә хеҙмәт юлын үткән, начальник урынбаҫары вазифаһында эшләй. Төньяҡ Кавказда командировкала булған. Әле отставкалағы полиция подполковнигы, хәрби хәрәкәттәр ветераны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

– Беҙҙең “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы һуңғы йылдарҙа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яугирҙәргә, ирекмәндәргә генә ярҙам ташыу менән сикләнмәйбеҙ, ә урындағы халыҡҡа ярҙам итеү йүнәлешендә лә эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, Петровский мәктәбенә таҡта кеүек төҙөлөш материалдары ташыныҡ, уның төҙөлөшөн контролдә тоттоҡ. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар ярҙамды үҙебеҙ алып барабыҙ. Бындай эшмәкәрлек Тимерйән Рәжәпов етәкселегендә 2014 йылдан бирле алып барыла. Мин был эшкә 2021 йылдан ҡушылып киттем. Әле яугирҙәребеҙгә иң кәрәкле булған әйберҙәрҙе табып ебәрергә тырышабыҙ: төҙөлөш материалдарынан алып автомобилдәргә тиклем. Йәғни ошондай ярҙам эштәре менән беҙҙең ойошма булыша. Тимерйән Рәжәпов һәләк булған яугирҙәрҙең, ветерандарҙың ғаиләләре, туғандары менән осрашыуҙар үткәрә. Мин уға ярҙам итәм. “Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары советының етештереү үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен астыҡ. Күп функциялы мини завод буласаҡ. Ғөмүмән, төрлө йүнәлештә эштәр алып барабыҙ, – тип Фәрит Әхмәтғәле улы.

Фоо: Фәрит Моратовтың ғаилә архивынан.    

 

"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
"Гуманитар ярҙам йыйыу, алып барыу йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: