Ишембай ҡалаһынан 9 йәшлек Егор Пархоменко үҙе йыйған аҡсаға хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн дарыуҙар һатып алған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итте.
Егорҙың атаһы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтеп килә. Икенсе класта уҡыған Егор ҙа, атаһы кеүек, хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итергә теләй һәм үҙенең йыйынтыҡ аҡсаһына дарыуҙар һатып ала.
Район хакимиәте башлығы Егорҙы был аҙымы өсөн маҡтаған һәм уның ата-әсәһенә улдарына лайыҡлы тәрбиә биреүҙәре өсөн рәхмәт белдергән.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/id584931685