

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Туймазы районынан Ильяс Ғиләзев ҡатнаша.
Ул 10 йылдан ашыу Туймазы районындағы “Серпантин” хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары. Был ойошма 1300-ҙән ашыу яугир-ветеранды берләштерә.
Ильяс Ғосман улы Ғиләзев Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. Һуңынан армияға алына. Хәрби әҙерлек үткәс, тағы ла ике ай махсус күнекмәләрҙә сыныҡтырып, уларҙы Анголаға ебәрәләр. Ә инде хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 5-се төҙөлөш идаралығында электрик булып эшләй. Предприятие таралғас, “Туймазы автобетоновоз заводы” йәмғиәтенә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡһа ла ул сафта ҡала –“Водомонтажкомплект” предприятиеһында баш инженер булып эшләй.
– Беҙҙең “Серпантин” хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы 1992 йылда төҙөлдө. Һуңынан Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы итеп үҙгәртелде. Беҙ уҡыусы балалар өсөн батырлыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, йәмәғәт эштәрендә һәм һәр сарала әүҙем ҡатнашабыҙ, – ти Ильяс Ғосман улы.
Шулай итеп, Ильяс Ғиләзевтең барлыҡ тормош юлы Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышланған. Хаҡлы ялда булһа ла, райондағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ойошмалағы хәрби хәрәкәт ветерандары менән махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға ярҙам йыйыуҙа, гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Ошонан сығып ҡына ла, әгәр уның кеүек ир-егеттәребеҙ булмаһа, бөгөн нимә эшләр инек, тигән уй тыуа.
Фото: Ильяс Ғилязевтең ғаилә архивынан.