Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Февраль 2023, 09:00

Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем

"Башҡортостан" гәзите конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәнүр Дәүләтбаев ҡатнаша. 

Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәнүр Дәүләтбаев ҡатнаша. Ул сығышы менән Ғафури районынан.

2009 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Хәрби-һауа ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе булып тора. Был ойошма 140-тан ашыу ир-егетте туплай. Шулай уҡ ул Стәрлетамаҡ ҡала Советының 4-се саҡырылыш депутаты булған. 

– Беҙҙең ойошма 2009 йылдан бирле эшләй. Йыл әйләнәһенә күп саралар ойошторабыҙ. 2 августа – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә төрлө ярыштар үткәрәбеҙ: пневматик мылтыҡтан атыу, саперҙар көрәген сәпкә бәреп ярышыу, калашников автоматын һүтеп-йыйыу, арҡан тартышыу, сәпкә бысаҡ бәреү, герҙәр күтәреү, турникта күтәрелеү, йөҙөп ярышыу. Шулай уҡ балалар өсөн дә конкурстар һәм уйындар үткәрәбеҙ, сараға килгән кешеләргә һалдат бутҡаһы ашатабыҙ һәм сәй эсерәбеҙ. Торатау һәм Йөрәктауға тиклем 26 километр араны йүгереп үтәбеҙ. Бындай саралар йыл һайын уҙғарыла.

Омскиҙа казарма емерелгәндә һәләк булған десантсылар иҫтәлегенә арнап, ҡышын саңғыла 20 километр араны үтәбеҙ. Шулай был сара Псков десант дивизияһының 6-сы ротаһының күрһәткән батырлығы һәм Гостомелдә уҙғарылған махсус операцияла һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә бағышлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам ойошторабыҙ. 2015 йылдың башында Башҡортостандан беренселәрҙән булып үҙебеҙҙең рок төркөмөбөҙҙө алып барҙыҡ. Һуғыштарҙа һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ, парадтарҙа, төрлө ярыштарҙа, мәктәптәрҙә төрлө илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ, – тип һөйләне ул.

Фәнүр Фәйез улы Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Ике хәрби һөнәргә эйә: БМД-ның механик-водителе һәм сапер.  

Фото: Фәнүр Дәүләтбаевтың ғаилә архивынан.

Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Ватан һаҡсылары бар ерҙә лә әүҙем
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: