Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Февраль 2023, 23:00

Яугир-интернационалист тормошта ла һынатмай

"Башҡортостан" гәзите конкурсында Ҡариҙел районынан Рәмил Вәлинуров ҡатнаша.

Яугир-интернационалист тормошта ла һынатмай
Яугир-интернационалист тормошта ла һынатмай

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Ҡариҙел районынан Рәмил Вәлинуров ҡатнаша.

Ул “Рәсәй Афған ветерандары союзы” ойошмаһының Ҡариҙел районы бүлексәһе етәксеһе. Районда ойошманы 1994 йылда ойошторғандар һәм ошо ваҡыттан Рәмил Карам улы уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Бүлексә 50-гә яҡын Афған яугирен берләштерә.

Рәмил Карам улы Вәлинуров 1968 йылда Ҡариҙел районының Тат-Ҡоҙаш ауылында тыуған. Александровка, Кирҙә ауылдары мәктәптәрендә белем ала. Урта мәктәпте тамамлағас, 1986 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Ошо йылдың октябрендә уны һәм хеҙмәттәштәрен Афған һуғышына ебәрәләр. Ул Кундуз ҡалаһында вертолет эскадрилияһында хеҙмәт итә. 1988 йылда тыуған еренә әйләнеп ҡайта. 1988 йылда “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы һәм башҡа бихисап миҙалдар менән наградланған.  

Армиянан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм 1994 йылда уҡыуҙы тамамлай. Ул хеҙмәт юлын Александровка мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып башлай, Ҡариҙелдәге 2-се мәктәп директоры була. Ә инде 2007 йылда Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлайҙар. Бөгөн иһә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләй.

Рәмил Карам улы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе һәм башҡа бихисап наградаларға лайыҡ булған. Шулай итеп, яугир-интернационалист яуҙа ла, тормошта ла һынатмай, Тыуған иле мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итә.

Фото: Рәмил Вәлинуровтың ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: