Хаттар ҙа күңелде йылыта, тиҙәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн мәктәп уҡыусылары ла күңелдәрендәге иң матур теләктәрен аҡ ҡағыҙға теҙеп, һүрәттәр төшөрөп хаттар яҙа. Уларҙы яугирҙәр уҡып ҡына ҡалмай, хатта кескәй дуҫтарының теләктәрен күңелдәрендә йөрөтөп, ауыр ваҡыттарында хәтерләп, көс һәм дәрт алғандай була.
Ошо көндәрҙә Ҡалтасы районында хәрби хеҙмәткәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, яҡташтарына ярҙам йөҙөнән хат яҙған ҡыҙыҡайҙы табып, уға рәхмәт әйткән. Алһыу исемле 5-се класс уҡыусыһы хатында һуғышсыға өйөнә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән.
Уҡыусы был хатты махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам менән ебәрә. Өйгә ҡайтҡас, яугир Алһыу уҡыған мәктәпкә килгән һәм рәхмәт йөҙөнән уға сәскәләр бүләк иткән. Алһыуҙың изге һүҙҙәре уға иң ҡурҡыныс минуттарҙа ярҙам итеүен билдәләй ул. Уҡыусылар яҡташтарынан Украинала махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәттең нисек үтеүе хаҡында һорай. Ул, үҙ сиратында, ғәҙел яуап биргән һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләгән.
Фото һәм сығанаҡ: "Ҡурай" гәзитенән.