Күптән түгел Өфө егете Артур Ғәлиев Андрей Малаховтың федераль ток-шоуында булып ҡайтҡан. 22 йәшлек кесе сержант махсус хәрби операцияла ҡулын юғалтҡан, хеҙмәттән ҡайтҡан һәм яңы тормош башлап ебәргән.
Артур үҙенең нисек ҡулын юғалтыуы тураһында ла һөйләгән. 23 майҙа ул бер нисә кеше менән һөжүм төркөмөндә алдынғы һыҙатта була. Ҡапыл егеттәр дошмандың танкы ҡаршыһына килеп сыға. Яугирҙәр һөжүмдән бер емерелеп барған йортҡа ҡаса, әммә танк бинаға килеп инә һәм атып ебәрә. Снаряд Артурҙың эргәһендә шартлай һәм ҡулына эләгә. Ҡан аға башлағас, ул тиҙ генә ҡулына жгут һала һәм ошоноң менән ғүмерен һаҡлап ҡала. Тик ҡулын ғына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡырға тура килә.
Әлеге мәлдә Артур махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә. Егет кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм хәрбиҙәр өсөн кәрәкле башҡа әйберҙәр алыу өсөн аҡса йыйыу менән мәшғүл. Үҙе алғы һыҙатта йөрөй алмаһа ла, ул күңеле менән егеттәр янында.
Фото: социаль селтәрҙәр.