Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Салауат районынан Рөстәм Хөснуллин ҡатнаша.
Ул инде 17 йыл Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе булып тора. Был ойошма 114 Афған һуғышы, 180 Чечен Республикаһындағы хәрби операция ветеранын, Украиналағы махсус хәрби операция яугирен туплай.
Рөстәм Нәбиулла улы Хөснуллин сығышы менән Салауат районынан. Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалында уҡыта. Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир-интернационалист бөгөн дә ил именлеге, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур эшмәкәрлек алып бара. Был эш уның тормош рәүешенә әйләнгән тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
– Беҙ 2015 йылдан башлап егеттәр менән бергәләшеп, Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларына ярҙам ҡулы һуҙа башлағайныҡ. Таҡта, бурса, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙән башлап ебәргәйнек, шунан бирле был эшмәкәрлекте туҡтатҡаныбыҙ юҡ. Махсус хәрби хәрәкәт башланғас, былтыр алты тапҡыр яугирҙәребеҙ янына барҙыҡ, быйыл да унда булдыҡ. Егеттәргә мунса, “УАЗ”, “Нива” автомобилдәре тапшырҙыҡ.
Мәктәптәр, район хакимиәтенең йәштәр бүлеге һәм спорт комитеты менән бергә үҙебеҙҙең егеттәргә арналған турнирҙарҙы туҡтауһыҙ үткәреп торабыҙ. 23 февралдә махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәр исеменә Миәшәгәр ауылында волейбол буйынса ярыш үткәрәбеҙ, ошондай уҡ сара район үҙәгендә лә ойоштороласаҡ. Нәсибаш ауылында Афған һәм Чечен республикаларында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә Афған яугирҙәре ҡатнашлығында биатлон буйынса турниры уҙасаҡ. Ғөмүмән, ошондай йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша беҙҙең яугир-ветерандарыбыҙ, – тине Рөстәм Хөснуллин.
Фото: Рөстәм Хөснуллиндың ғаилә архивынан