Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған “Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Белорет ҡалаһынан Вәсил Әлмәтов ҡатнаша. Ул “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы Афғанстан ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһына 2005 йылдан етәкселек итә. Был ойошма 100-гә яҡын яугирҙе берләштерә.
Вәсил Мирхәт улы Әлмәтов 1968 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 104-се мәктәбен тамамлаған. 1986 – 1988 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә. 1987 – 1988 йылдарҙа Афған һуғышында ҡатнаша, йәғни СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш разведка идаралығының 22-се айырым махсус тәғәйенләнештәге бригадаһының 186-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге отрядында Шахджойҙа хеҙмәт юлын үтә. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Армиянан ҡайтҡас, 1992 – 1999 йылдарҙа ситтән тороп Урал дәүләт урман техник университетын тамамлай. Ике йыл Белорет леспромхозында инженер булып эшләгәс, 2002 йылда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Белорет ҡалаһындағы янғын күҙәтеү эшмкәрлеге бүлегенә тәүтикшереүсе булып эшкә урынлаша. 2015 йылда хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
– Йәмәғәт эше менән күпләп шөғөлләнәбеҙ, мәктәптәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләү маҡсатында асыҡ дәрестәр үткәрәбеҙ, райондарға сығабыҙ. Армия йырҙары фестивалдәрен уҙғарабыҙ. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторабыҙ. “Ветерандар тураһында”ғы 16-сы федераль законға ярашлы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ҡабул итеүҙе ойошторабыҙ", – ти Вәсил Мирхәт улы.
Шуны билдәләргә кәрәк, Вәсил Әлмәтов кеүек яугир-ветерандар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Фотолар: Вәсил Әлмәтовтың ғаилә архивынан.