Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә уҙғарылған “Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Ейәнсура районынан Мәжит Татлыбаев ҡатнаша. Ул 10 йылдан ашыу Ейәнсура районындағы Афған һуғышы ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булып тора. Был ойошма 60-тан ашыу яугир-интернационалисты берләштерә.
Мәжит Әхәт улы Татлыбаев 1964 йылда Саҙалы ауылында тыуған. Сиреғол ауылында мәктәпте тамамлағас, ДОСААФ-ҡа уҡырға инә, ә 1982 йылдың көҙөндә армияға китә. Ярты йыл әҙерлек үткәндән һуң, 1983 йылдың апрелендә, уны хеҙмәттәштәре менән Афғанстанға ебәрәләр. Ул Ҡабулда авиация ғәскәрҙәре часында водитель-механик булып хеҙмәт итә. Йыл ярым Афған һуғышында ҡатнашып, 1984 йылдың декабрендә тыуған иленә ҡайта.
Армиянан ҡатйҡас, Мәжит Әхәт улы артабан белем алыу хыялын тормошҡа ашыра – Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында ветеринар табип һөнәренә уҡый. Ә инде ҡулына диплом алғас, Ейәнсура районынан ҡайтып, “Чапаев” колхозында туғыҙ йыл баш ветеринар булып эшләй. Һуңынан ветстанцияла хеҙмәт юлын дауам итә, 14 йыл лаборатория директоры була. Әле иһә Яңы Себенле ветеринар участкаһы мөдире булып эшләй.
– Беҙҙең ойошма егеттәре район кимәлендә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләү эшенә лә тос өлөш индерә, мәктәптәрҙә балалар менән осрашыуҙарға йөрөйҙәр, – ти яугир-интернационалист.
Ысынлап та, утты-һыуҙы үткән яугир-интернационалистар, ветерандар бөгөн дә сафта ҡала, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Фото: Мәжит Татлыбаевтың ғаилә архивынан.