Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә уҙғарылған “Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Мәләүез районынан Йәмил Әлмөхәмәтов ҡатнаша. Ул - 2016 йылдан Мәләүез районы һәм ҡалаһындағы “Батальон” Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Ойошма 50-нән ашыу ир-егетте һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан бер гүзәл затты туплап тора.
Йәмил Булат улы Әлмөхәмәтов 1973 йылда Һарыш ауылында тыуған. 1981 – 1989 йылдарҙа ауыл урта мәктәбендә белем ала. VIII класты тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Мәләүез районының Ергән урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Ошо уҡ йылдың декабрендә армияға саҡырыла. Ике йыл хеҙмәтен үтәгәс, контракт төҙөй.
1996 йылда контрактын тултырып, тыуған районына ҡайта һәм Мәләүез ҡала-район эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай. Ике тапҡыр Төньяҡ Кавказда хеҙмәт командировкаһында була. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Бөгөн дә ул өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, эшләүен дауам итә – Мәләүез ҡалаһының “Ритуал” муниципаль бюджет учреждениеһы директоры вазифаһын атҡара. Шулай уҡ Мәләүез ҡала Советы депутаты булып тора. Район һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?!” – ти ул был йәмәғәт эшмәкрәлеге менән шөғөлләнгән яугир-ветерандарҙың ҡарашын белдереп.
– Мәләүез районы һәм ҡалаһындағы “Батальон” Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһындағы һәр бишенсе яугир-ветеран дәүләт наградаһына лайыҡ булған: өс кеше – Батырлыҡ орденына, ике кеше – “Суворов” миҙалына, ике кеше – “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына, ике кеше – “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалына, бер кеше – хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһына. Шулай уҡ күптәр Эске эштәр министрлығының ведомство миҙалдары, район хакимиәте башлығының һәм хәрби комиссариатының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, – ти Йәмил Әлмөхәмәтов.
Фото: Йәмил Әлмөхәмәтовтың ғаилә архивынан.