Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Февраль 2023, 10:08

Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...

Шаян күңелле, ихлас кеше ине.

Әбйәлил районының Күсем ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ирмәк Ҡарағужинды ла һуңғы юлға оҙаттылар.

Ирмәк госпиталдән ҡайтып барышлай, Өфөлә туҡталып, ике туған апайҙарын күреп, уларҙа ҡунаҡ булып, һәр береһенең иңенә шәл яба. Бөгөн яугирҙең был фотолары интернет селтәрҙәрен урап сыҡты. Туғаны, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә осрашыу минуттары тураһында бик йылы хәтирәләрен яҙып, Ирмәк ҡустыһына шиғыр ҙа арнаған.

"Тыуған ауылым Күсемдәге төп араларҙың береһе – моҙғалар (Ҡарағужа олатайҙан таралған) уҙаманы, Салауат апа һәм Талиба инәйҙең (икеһе лә мәрхүм) кинйә улдары, тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшкән ҡаһарман йөрәкле ҡустыбыҙ Ирмәк Ҡарағужинға арнайым.

Ҡаты яраланып госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң, тыуған яҡҡа ҡайтты. Юл ыңғайы Өфөлә һеңлемдә туҡтаны (улар класташтар ҙа ине), беҙ ҙә апайҙар менән уны күрергә индек, төн уртаһына тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ, өсөбөҙгә лә мамыҡ шәлдәр бүләк итте. Уңайһыҙланып алмаҫҡа ла уйлағайныҡ, “үпкәләйем”, тине. Йүнсел икәнен белһәм дә (ғөмүмән, Салауат апаның бөтә балалары ла йүнсел), йәнә бер иғтибар итеп ҡуйҙым уның был һыҙатына, әжәл янда ғына йөрөгәндә лә туғандарына, яҡындарына бүләктәр хәстәрләүенә күңелемдән һоҡландым.

Иртәгәһенә апайым уҡытҡан аятҡа тура килеүенә лә ҡыуандыҡ, әруахтар рухына хәйер-саҙаҡа таратты, һуңынан Биктимер ағайым менән ауылға ҡайтып китте. Беҙҙең менән шул рәүешле хушлашып китеүе булған икән...

Ә бына "Йәншишмә" гәзите хеҙмәткәре Гөлфирә Ҡарағужина Ирмәк ҡустыһы тураһында былай ти: "Ул бик шаян күңелле, йомарт, ихлас ине. Һуғыш барған ерҙә иң алғы һыҙыҡта булып, бер ротанан 20 кеше генә иҫән ҡала. Ауыр яраланып, хәрби госпиталдә дауалана. Унан һуң Читала реабилитация үтә. Яңы йыл алдынан Ырымбур аша тыуған яҡҡа ҡайтты. 30 көнлөк ял биргәйнеләр уға. Ғинуарҙа хәрби гарнизонға кире барҙы. Ырымбур өлкәһендәге Тоцк аша ҡабаттан яу яланына китергә тейеш ине. Әммә...”

Үҙҙәренең ғүмерен аямай Тыуған ил хаҡына мах­сус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең исеме беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.


К. ИШБУЛДИНА 

 

Аҡ күлдәген кейеп ҡаршы алды

Тыуған яғың һине яу еренән.

Аҡ булмышы, саф һулышы менән

Дауаларға һине яу сиренән.

Яу сиренең дауалары бармы?

Бармы йөйһөҙ тәндең яраһы?

Бармы уңалтырлыҡ берәй әмәл

Тишкеләнгән йәндең яраһын,

Йәнең яраһынан – сей яранан

Тып-тып, тып-тып тамды тамсылар.

Һәр тамсыһы шыйыҡ сыбыртҡылай

Бик аяуһыҙ йәнде ҡамсылай.

Ҡамсыланған тән, йән яраларын

Алып ҡайтып киттең ауылға.

Яраларға шифа табалманың,

Ҡаршы тороп баҫтың дауылға.

Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан –

Ап-аҡ йомшаҡ мамыҡ шәл генә.

Әжәл еренән дә аҡ хистәрҙә

ҡайттың –

Кем уйлаған... үтер мәл генә.

Күңел яраларың асыҡ килеш

Һин юлландың ҡабат афәткә.

Һин юлландың оло Ватаныңдың

Киләсәген күреп бәхеттә.

Ап-аҡ күлдәк кейеп ҡаршы ала

Тыуған яғың һине – батыр улын.

Тик ниңәлер һин үҙең дә бөгөн

Аҡҡа төрөнгәнһең, бир ҡулың...

Төрөнгәнһең, әллә өшөйһөңмө,

Урайыммы мамыҡ шәлеңә?

Ун шәле лә йәл дә булмаҫ ине,

Йылыһы юҡ хисһеҙ хәлеңә.

Ап-аҡ ҡарҙар, ап-аҡ мамыҡ шәл дә –

Һинең күңелеңдең көҙгөһө.

Береһе – һалҡын, береһе – йылы,

ни хәл?

Ҡапма-ҡаршылыҡтар... Түҙ генә...

Аҡ хистәрҙә, аҡ миҙгелдә юлың,

Мәңгелек йортоң булһын аҡ йортта.

Доғаларҙан йәнең тынысланып,

Тыныс йоҡла, ҡустым, тын йоҡла!

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА

Читайте нас: