Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә уҙғарылған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Ауырғазы районынан Рөстәм Заманов ҡатнаша.
Ул 1997 йылдан “Ауырғазы районының Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Был ойошманың 300-гә яҡын ағзаһы бар.
Рөстәм Мырҙағәле улы Заманов 1975 йылда Салауат ҡалаһында тыуған. IV класҡа тиклем Мәләүез ҡалаһында белем ала, урта мәктәпте Ауырғазы районының Талбазы ауылында тамамлай. Уны 1993 йылдың декабрендә армияға саҡыралар. 1995 йылдың ғинуарынан Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнаша. Яҙын ул яралана, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә.
Рөстәм Мырҙағәле улы армиянан ҡайтҡас, үҙ эшен аса һәм әлеге ваҡытта автомобилдәр ремонтлау менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, Ауырғазы районының "Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булып тора.
Ул Ауырғазы районында билдәле кеше. Хәрби ветеран үҙенең шәхси өлгөһө менән беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләй, гражданлыҡ яуаплылыҡ һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәт өлгөһөн күрһәтә.
Ул һәм уның ойошмаһындағы егеттәр төрлө сараларҙа ҡатнашыу менән генә сикләнмәй, ә махсус хәрби операцияла, Ватан һағында булған егеттәргә лә матди һәм рухи ярҙам күрһәтә. Ватан һаҡсылары көнө алдынан фронт һыҙығына барып, яҡташтарына гуманитар ярҙам тапшырыусылар араһында ул да бар ине. Әйткәндәй, ул инде бер нисә тапҡыр яугирҙәр янына барып ҡайтҡан.
Ошондай илһөйәрҙәр барҙа, илебеҙ бер ваҡытта ла еңелмәйәсәк. Уларҙың бөтәһенә лә рәхмәт!
Фото: Рөстәм Замановтың ғаилә архивынан.