Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Февраль 2023, 07:00

Ул илһөйәрлек ҡиммәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә

"Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста Хәйбулла районынан Салауат Юлдашбаев ҡатнаша.

Ул илһөйәрлек ҡиммәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә
Ул илһөйәрлек ҡиммәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә

Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә уҙғарылған “Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Хәйбулла районынан Салауат Юлдашбаев ҡатнаша. Ул - 1991 йылдан Хәйбулла районының яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, шулай уҡ 2011 йылдан район йәмәғәт ойошмаларының координация советын етәкләй.

Салауат Кинйәғәле улы Юлдашбаев Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен ала. Уҡыуҙы тамамлағас та уны армияға саҡыралар. Сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Сержанттар мәктәбендә алты айлыҡ курсты тамамлағандан һуң, Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәй. Афған халҡына ярҙам күрһәткәне өсөн Афғанстан Республикаһы Джузджон провинцияһының партия комитеты дипломы, СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

Салауат Юлдашбаев армиянан һуң уҡыуын дауам итә, Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Диплом алған белгесте баш зоотехник итеп Орел өлкәһенең “Хотьковский” совхозына эшкә ебәрәләр. Әммә егет сит ерҙе үҙ итә алмай һәм 90-сы йылдар башында ғаиләһе менән районға ҡайта.

Тыуған ерендә ул Аҡъяр ауылында 1-се мәктәптә хәрби әҙерлек буйынса уҡыта, район ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһының баш зоотехнигы, “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. 2011 йылдан алып Рәсәй ДОСААФ-ының Хәйбулла районы буйынса урындағы бүлексәһе рәйесе урынбаҫары.

Әйткәндәй, районға ҡайтыу менән Афғанстан ветерандары йәмғиәтен булдырырға тәҡдим итә, быны үҙенең бурысы һәм намыҫ эше тип һанай. Бынан тыш, уның да был йәһәттән эш тәжрибәһе була: әле институтта уҡыған сағында уҡ студенттар араһында Афған яугирҙәрен берләштергән клуб ойошторған.

Шулай итеп, Салауат Юлдашбаев райондың ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Уның тупланған эш тәжрибәһе традицияларҙы һәм ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, йәмғиәтте нығытыуға ҙур өлөш индерә, берҙәмлеген һәм татыулығын һаҡлауға булышлыҡ итә.

Фото: Салауат Юлдашбаевтың ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: