Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров герой-хәрбиҙәргә Рәсәй һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ махсус хәрби операция заданиеларын уңышлы хәл итеүгә, унда ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә бер ниндәй көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәгән меценаттар ҙа бүләкләнде.
– Барыбыҙ ҙа, диненә һәм милләтенә ҡарамай, бер халыҡ, бер ил. Бөгөн беҙҙең берҙәмлегебеҙ, тарихи хәҡиҡәткә һәм антҡа тоғролоғобоҙ Ватанды яҡлауҙа сағыла.
Совет халҡының нацизмды еңеүенә 80 йыл үткәс, заманында илебеҙҙе емерергә хыялланғандарҙың вариҫтары йәнә баш ҡалҡыта. Рәсәйҙең көслө һәм бойондороҡһоҙ, бай һәм гөрләп торғанын күрергә теләмәгәндәр тағы ла беҙгә ҡаршы сыҡты. Улар беҙҙең дәүләтте күптән донъя картаһында күрергә теләмәй. Уртаҡ йортобоҙҙо емерергә әҙерләнеүҙәрен асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Хәрби саралар, иҡтисади санкциялар, мәғлүмәт һөжүме аша, – тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Президенты сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә донъялағы һәм беҙҙең илдә килеп тыуған хәлгә аныҡ анализ яһап, артабанғы хәрәкәт йүнәлешен күрһәтте, тине Республика Башлығы.
– Беҙ Президентыбыҙҙы яҡлаясаҡбыҙ. Рәсәй һәр ваҡыт көслө буласаҡ һәм һәр ваҡыт еңәсәк. Һуңғы минутҡа тиклем антына тоғро ҡалып, хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгән һалдаттарыбыҙ һәм офицерҙарыбыҙ ярҙамында. Эшселәребеҙ, ауыл эшсәндәре, табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар ярҙамында. Тормошобоҙҙо яҡшыртҡан, ижад иткән, ҡотҡарған, һауыҡтырған, беҙҙе һаҡлаған барлыҡ кешеләр ярҙамы менән.
Һәр берегеҙ иң йылы һүҙҙәргә лайыҡ. Һәр берегеҙгә рәхмәт әйтәм: Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткәнегеҙ, хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарығыҙ өсөн. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, ҡәҙерләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров хәрби юғалтыуҙарға бәйле ҡайғыларыбыҙ ҙа булыуы хаҡында әйтеп үтте.
– Һәләк булған геройҙар алдында баш эйәбеҙ? уларҙың батырлығына һәм ныҡышмалылығына мәңгелек дан! Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Тыуған ил өсөн башын һалған яугирҙәргә наградаларҙы бөгөн уларҙың туғандарына тапшырабыҙ, – тине республика Башлығы.
Тантанала ҡатнашыусылар һәләк булған геройҙарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып хөрмәтләп иҫкә алды.
Республика Башлығы билдәләүенсә, алда бөтә фронттарҙа ла күп эштәр көтә. Ул һәр кемгә сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләне.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған Динар Асаевтың Батырлыҡ орденын ата-әсәһенә тапшырҙы. Борис Николаевҡа, Кузьма Николаевҡа, Марсель Нурасовҡа һәм Владислав Щербининға Шайморатов ордены үлгәндән һуң тапшырылды.
– Беҙгә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға кәрәк. Рәсәй Президентының кисәге Мөрәжәғәтнамәһе бөтә донъяға төбәлгән ине. Тарихыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ тураһында белеүебеҙсә, илебеҙ бөйөк булды һәм буласаҡ. Ерҙә Аллаға ышанғандар һәм рухи таянысҡа эйә булғандар булғанда ахырызаман бер ҡасан да булмаясаҡ. Аллаһ Тәғәлә бөтәһен дә һаҡлаһын, – тине мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин.
Ул сарала Рәсәй Премьер-министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында ирекмәндәр батальондары һалдаттары, мобилизацияланғандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө бар ине ( Список награждённых).
Фото һәм мәғлүмәт сығанаҡтары: glavarb.ru, Башинформ.