Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Февраль 2023, 21:15

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле

Конкурста ҡатнашҡан һәр ветеран-яугиргә рәхмәт белдерәбеҙ

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған конкурсыбыҙ тамамланды. Унда ун көн дауамында республикабыҙҙың район-ҡалаларында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә һәм яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаларының етәкселәре, әүҙем ағзалары “ХӘРБИ ХӘРӘКӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ ОЙОШМАҺЫНЫҢ ИҢ ЯҠШЫ ОЙОШТОРОУСЫҺЫ” исеме өсөн көрәште. 

Шулай итеп “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарылған конкурста иң күп тауыш йыйып, I урынды “Рәсәй Афған ветерандары союзы” ойошмаһының Ҡариҙел районы бүлексәһе етәксеһе Рәмил Вәлинуров яуланы, II урынды – Ғафури районындағы “Рәсәй Геройы Ф.А. Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” район йәмәғәт ойошмаһына етәксе Илфат Закиров, III урынды – Хәйбулла районының яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Юлдашбаев. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан һәр ветеран-яугиргә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ тик яҡшы һүҙҙәргә, юғары баһаларға лайыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ.

Бөтә ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Фото: конкурстанттарҙың ғаилә архивынан алынды.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған конкурстың еңеүселәре билдәле
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: