Геройҙар дәүере
22 Февраля 2023, 12:45

Ысын ир-егеттәр байрамы

Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан тантаналы йыйылыш үтте. 

Ысын ир-егеттәр байрамыЫсын ир-егеттәр байрамы
Ысын ир-егеттәр байрамы

Ватанды һаҡлаусылар көнө элек-электән Рәсәй халҡының яратҡан байрамдарының береһе булды. Быйыл иһә был көн айырым бер изге мәғәнәгә эйә. Уҙған йыл ватаныбыҙ һаҡсылары, ысын ир-егеттәрҙең ни тиклем кәрәк һәм мөһим эш башҡарыуын төшөндөрҙө.

Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҙур тантаналы сара үтте. Бында ысын ил һаҡсыларын тәбрикләнеләр. Залда хәрбиҙәр, офицерҙар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары, курсанттар һәм һалдаттар йыйылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

– Ватанды һаҡлаусылар көнө ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы, ул илебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихын һәм бөгөнгө һаҡсыларының ҡаһарманлығын берләштерә. Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргәндәр мәңге хәтерҙә, ә әле ҡорал тотоп алғы һыҙыҡта йөрөгәндәргә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тағы бер тапҡыр махсус хәрби операцияның Донбассҡа һәм илебеҙгә һөжүм итергә әҙерләгән көстәргә ҡаршы аҙым булыуын әйтте. Әле Рәсәй армияһы Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә НАТО блогының бөтә хәрби машинаһына ҡаршы тора. Алғы һыҙыҡҡа беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр, доброволецтар, өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар ныҡлы һөжүм итә.

Ысынлап та, Президент өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан иткәс, беҙҙең меңәрләгән егеттәребеҙ үҙҙәренең хәрби бурысын үтәргә юлланды. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был еңел булманы, сөнки егеттәрҙең барыһы ла ябай һөнәр эйәләре – уҡытыусылар, инженерҙар, водителдр, ауыл хужалығы эшсәндәре ине.

– Әммә уларҙы оҙатҡан һәр осраҡта яҡташтарыбыҙҙың ниндәй абруй менән хәрби бурысын үтәргә китеүен күреү беҙҙә ғорурлыҡ һәм ҙур ихтирам тойғоһо уятты, – тине ул.

Башҡортостан етәксеһе фронтҡа киткән етәкселәр, депутаттарҙы ла телгә алды. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та бар. Ул хәрби бурыстарын да башҡара, республикабыҙ яугирҙәре менән эште координациялауҙы ла алып бара. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев үҙенең батальоны яугирҙәре өсөн генерал Шайморатовҡа арналған китапхана һәм күргәҙмә ойошторҙо, хатта башҡорт тирмәһен стилләштереп блокпост ҡуйҙы. Бөтә илебеҙ Сибай филармонияһы артистарын белә. Улар яуға йырлашып, ҙур ғорурлыҡ менән китте һәм әле лә алғы һыҙыҡта иптәштәренең хәрби рухын күтәрә. Сибай сәнғәт колледжы директоры, иҫ киткес баянсы Замир Йәнтүрин хәҙер “Рубин йондоҙо” фронт бригадаһы составында хеҙмәт итә.

– Күп яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына доброволецтар булып китте. Республика йәмәғәтселектең, хәрби хәрәкәт ветерандарының ирекле батальондар ойоштороу буйынса башланғысын хупланы, уларҙы бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте. Яугирҙәребеҙ менән һәр саҡ ғорурланабыҙ, улар – иң яҡшылар иҫәбендә, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һәйбәт яңылыҡ тураһында әйтте. Ошо көндәрҙә ил Президенты ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған. Хәрбиҙәр Ҡаһарманлыҡ ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, Суворов һәм Жуков миҙалдары менән наградланасаҡ.

Республикала ойошторолған тағы ике батальон – Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәре лә ҙур батырлыҡтар күрһәтә.

Радий Фәрит улы Башҡортостандың алты Рәсәй Геройы тураһында ла һөйләне.

– Республика батырлыҡ ҡылған яугирҙәрҙең исемдәре менән ғорурлана. Башҡортостанда тыуып үҫкән алты яҡташыбыҙ “Рәсәй Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың дүртәүһе Алтын Йондоҙ менән үлгәндән һуң наградланды. Улар – Әбйәлил районында тыуып үҫкән ракетчик, прапорщик Тамерлан Илһамов, Яңауылдан танкист, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин, Өфөнән, разведчик, өлкән лейтенант Максим Серафимов, Әлшәй егете, десантниктар взводы командиры, старшина Алмаз Сафин. Рәсәй Президенты Октябрьскийҙан өлкән лейтенант Степан Беловҡа һәм Бөрөнән гвардия майоры Борис Дудкоға Рәсәй Геройы йондоҙҙарын шәхсән үҙе тапшырҙы, – тине ул.

Дөйөм алғанда, махсус хәрби операция башланыу менән 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән.

Тантаналы йыйылыш барышында геройҙарса һуғышып, яу яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙең иҫтәлеген бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, махсус хәрби операция, дошмандар нисек кенә көтмәһен, беҙҙе берләштерҙе. Бөгөн Башҡортостан – һис ҡасан булмағанса берҙәм һәм көслө. Республикала йәшәгәндәрҙең барыһы ла хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү бурысы менән берләшкән.

– Ватанды ҡорал менән генә һаҡламайҙар. Беҙ яраланған яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарған табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының ысын батырлығын билдәләйбеҙ. Емерелгән ҡалаларҙа торлаҡ йорттар, мәктәптәр һәм дауаханаларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнгән төҙөүселәр, гуманитар конвой водителдәре лә геройҙар. Яугирҙәребеҙгә рухи көс биргән руханиҙарға рәхмәт, – тине ул. – Битараф булмаған кешеләр хәрбиҙәр өсөн ҡан тапшыра, кейем тегә, шәмдәр әҙерләй. Артистар алғы һыҙыҡта сығыш яһай. Балалар мәктәптәрҙә һалдаттар өсөн хаттар яҙа һәм һүрәт төшөрә. Кем нисек булдыра ала – шулай ярҙам итә.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияны үткәреү зонаһына гуманитар конвойҙар ойоштороу өсөн республика координация үҙәге шләй, бөгөнгө көнгә 60-тан ашыу колонна оҙатылған. Ике логистик үҙәк бар – республикала һәм махсус хәрби операция зонаһында. Радий Хәбиров был эште ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте.

Башҡортостан Башлығы бөгөн ҡайғылы көн булыуын да хәтергә төшөрҙө – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл. Өфөнөң Совет майҙанында генерал, Ватан өсөн һуғыштарҙа һәләк булған бөтә яугирҙәр иҫтәлегенә монументаль комплекс асылды. Мәктәптәрҙә шайморатов кластары булдырылды, уларҙа иң яуаплы балалар уҡый. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республика артабан да йәштәрҙе, үҫеп килгән быуынды дөрөҫ итеп, патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләсәк.

Тантана һуңында Радий Хәбиров ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Наградаға үлгәндән һуң махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр Линар Ғарипов, Олег Ташматов һәм Ирмәк Ҡарағужин лайыҡ булды, бүләкте уларҙың туғандары алды.

Шулай уҡ  Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, Доставалов һәм Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальондарының отставкалағы рядовойҙары Рафаэль Ишбаев менән Гукас Мкртчян, ветеран Борис Гордеев Шайморатов ордены кавалерҙары булып китте. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Радий Фәрит улы тағы бер тапҡыр ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ теләне, хәрбиҙәребеҙгә рәхмәт әйтте. Сара патриотик концерт менән тамамланды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас