Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов үҙенең хеҙмәт иткән мәлдәре тураһында һөйләне.
— 1985 – 1987 йылдарҙа Венгрияның Будапешт ҡалаһында хеҙмәт иттем. Һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәренә эләктем. Миңә шунда уҡ хеҙмәттәштәрем "башкир" тип ҡушамат таҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батальонда ла, бригадала ла бүтән башҡорт булманы. Тәртип ҡаты ине. Көн һайын 12 сәғәт дежурҙа ултырҙыҡ. Локатор аша осоусы аппараттарҙың хәрәкәтен күҙәтә инек.
Хәрби хеҙмәт мәлендә иң иҫтә ҡалғаны 1986 йылда Венгрияға Михаил Горбачевтың килеүе булғандыр. Көсөргәнешле ваҡиға. Барыһынан да йыйнаҡлыҡ, фармандарҙы теүәл үтәү талап ителде.
Дезертирлыҡ булғыланы. Айырыуса молдовандар түҙмәй, йыш ҡаса торғайны. Уларҙы эҙләгәндә емеш-еләк ашап, йоҡоно туйҙырып часҡа ҡайта инек.
"Бабайлыҡ" ныҡ көслө булды. Айырыуса хат алған мәлдә яһиллаша торғайнылар. Йә көтөп алған хәбәрҙе бирмәй аптыраталар, йә конвертты өрөп тултырып, ҡолаҡ төбөндә шартлаталар, йә танауға сиртәләр. Түҙәһең инде, хат ҡәҙерле! Сит илгә посылка ебәрергә ярамағанлыҡтан, миңә "күстәнәс" тәтемәй ине. Ҡош телендәй генә хатты түҙемһеҙләнеп көтөп алаһың, ахырҙа ятлап бөтәһең, ҡәҙерләп кенә түш кеҫәлә һаҡлайһың…
Әлеге көндә хеҙмәттәштәремдән Михаил Хомяковты социаль селтәрҙә таптым, аралашабыҙ, – тип һөйләй Ғәзим Ильясов.
Бөгөн артист Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһын башҡара. Үҙе лә һалдат һурпаһы татыған кеше булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел хәйриә концерты ойошторғандар. Башҡа төрлө ярҙам акциялары үткәреп, бер миллион һумдан ашыу аҡса йыйыуға өлгәшкәндәр.
– Әлеге мәлдә берҙәмлектә – көс. Бергә булырға, ярҙам итергә ашҡынып торорға кәрәк. Иң мөһиме: егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын! – ти Ғәзим Ғәлим улы.
Фото Ғәзим Ильясовтың шәхси архивынан алынды.