Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2023, 23:00

"Балаларҙы бергәләп аяҡҡа баҫтырырбыҙ"

Бөгөн республика Башлығы хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙең ғаиләһенә инеп, хәлдәрен белгән.

"Балаларҙы бергәләп аяҡҡа баҫтырырбыҙ"
"Балаларҙы бергәләп аяҡҡа баҫтырырбыҙ"

Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә бәйән итә.

"Фотола — махсус хәрби операцияла һәләк булған десантсы, яҡташыбыҙ Максим Страупеның туғандары — әсәһе Наталья Петровна менән ҡатыны Мария. Һәм уларҙың ике һоҡланғыс сабыйы.

Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, «Батырлыҡ өсөн» һәм Суворов миҙалдары менән наградланған Максим Страупе иптәштәрен ҡотҡарғанда һәләк була. Ул һәм беҙҙең башҡа күп егеттәр кире әйләнеп ҡайтмай. Әммә улар тураһында хәтер һаҡлай алыуыбыҙҙы һәм, иң мөһиме, яҡындарын иғтибар менән солғап, хәстәрлек күреүебеҙҙе әйтә алам. Ә балаларҙы бергәләп аяҡҡа баҫтырырбыҙ.

Тыуған ил өсөн барған алыштарҙа башын һалғандарға мәңгелек дан!

Максимдың әсәһе Йәсмин исемле бульдог тоҡомло көсөк бүләк итеп ҡайтарҙы. Был - минең ғаиләмдә өсөнсө дүрт аяҡлы дуҫ. Уны ла яратып, хәстәрләп кенә торорбоҙ", - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас