Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2023, 15:30

Батырҙар онотолмай

Башҡортостан Башлығы Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскә һалды.

Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай

23 февралдә Өфө Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул күп милләтле республика халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросовтың һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәре алдындағы Мәңгелек ут эргәһенә сәскә һалды.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң,  тантанала ҡатнашыусылар һуғыш яландарынан ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.

Радий Хәбиров шулай уҡ тыл эшселәренә һәйкәлгә һәм тыуған төйәге Ишембай районы геройҙарына арналған стелаға сәскәләр һалды. Һәм социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә шулай тип яҙҙы:

“Ватаныбыҙҙы һаҡлай һәм һаҡлаған барлыҡ кешеләрҙе – байрам менән!

Яуҙа һәләк булғандарҙың барыһы алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ!

Беҙҙең уйҙарыбыҙ – бөгөн алғы һыҙыҡта үҙенең хәрби бурысын үтәгәндәр менән бергә.

Рәсәй көслө һәм берҙәм. Һәм беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ”.

Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: