Учалы районының Рысай ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам акцияһына ҡушылған. Күп кенә ауылдарыбыҙҙағы кеүек, унда ла киң күңелле һәм йомарт кешеләр йәшәй. Улар һалдаттарыбыҙға дарыуҙар, витаминдар, тәм-том, кәрәкле әйберҙәр ебәргән.
Рысай ауылы урта мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға маскировка селтәрҙәре лә үргән. Балалар үҙҙәренең илһөйәрлеге менән айырылып тора, был әһәмиәтле эште улар уҙ теләктәре менән оҙон тәнәфес ваҡытында, дәрестән һуң да ҡалып аңлы рәүештә башҡарған. Рысай ауылы халҡы ла маскировка селтәрҙәренә бәйләр өсөн тауар килтергән, ҡорама-киҫәктәр ҡырҡҡан. Кирәбе ауылынан хеҙмәт ветераны, яҙыусы Надежда Ивановна Саломатова, Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Ғайдани ҡыҙы Степаненко был изге эште тормошҡа ашырыу маҡсатында ҙур күләмдә маскировка төҫөндәге тауар менән тәьмин иткән.
"Һәр беребеҙ һалдаттарыбыҙға сәләмәтлек теләйбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Был ярҙамды беҙ ысын күңелдән намыҫ менән башҡарабыҙ. Тыуған яҡтан килгән ярҙам, һис шикһеҙ, һалдаттарыбыҙға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс- дәрт өҫтәр, күңелдәренә йылы нур һибер. Беҙ был изге эште һалдаттарыбыҙҙың күңелен күреү, ватандаштары улар тураһында хәстәрләүҙәрен белһендәр өсөн эшләйбеҙ", - тип үҙенең фекерен уртаҡлашты Учалы районының Рысай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңылыу Фәйезова.
Рысай ауылы халҡы берҙәмлектә көс икәненә шикләнмәйенсә, һәр ваҡыт килгән һынауҙарҙы бергәләп татыу еңеп сыға, тигән ул.
Афарин, ватандаштар! Берҙәмлектә - көс!
Фото: https://vk.com/id396219866