Фирғәт ҒАРИПОВ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры:
"Уҡыуым арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелгәйне, ә бына театрҙа эш башлағас, повестка тотторҙолар. Миңә ул саҡта 26 йәш ине. Тәүҙә улым, ҡатыным минһеҙ бер йыл нисек торор тип хафаландым. Һарытау өлкәһендәге Татищев районының Светлый ҡасабаһында урынлашҡан махсус һаҡ һәм разведка батальонына эләктем. Ул Ракета ғәскәрҙәренә ҡарай ине. Армияла һалдаттарға ҡушамат тағалар. Килеү менән командир:
— Исемеңде әйтеүе ҡыйын, шуға Гамлет булырһың, – тине.
— Ниңә Гамлет?
— Унан башҡа сәхнә персонажын белмәйем!
Шулай итеп, ғүмерҙә уйнамаған “Гамлет ролен” бер йыл башҡарырға тура килде. "Дивизия тормошонда ихлас ҡатнашҡан өсөн" тигән Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Һалдат өсөн иң ҡәҙерле өс һүҙ бар: "посылка", "дембель", "ҡайтыу". Дуҫтарым, туғандарым посылка ебәреп торҙо, уларға рәхмәт. Армия тормошома ситтән ҡарарға, изге ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мөмкинлек бирҙе".
Фотолар Фирғәт Ғариповтың шәхси архивынан алынды.