Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2023, 14:40

Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр

Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбендә "Геройҙар партаһы" асылды.

Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр

Был белем усағында Рәсәй Геройы, гвардия капитаны, Үҙәк хәрби округтың 2-се гвардия дөйөм ҡорал армияһының 21-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһының танк ротаһы командиры Степан Михайлович Белов мәктәп йылдарын үткәрә.

Рәсәй Президентының Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Степан Беловҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. 2022 йылдың 20 декабрендә Рәсәй Президенты В. В. Путин Кремлдә уға «Алтын Йондоҙ» миҙалын  тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәресендә Степандың ата-әсәһе Тамара һәм Михаил Беловтар, ҡала округы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп уҡытыусылары ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев сараның әһәмиәтен билдәләне.

— Бөгөн беҙ Геройҙар партаһын асабыҙ. Ҡасандыр был класта Степан Белов уҡыған, ул йылдар үткәс ысын Герой булып киткән. Осраҡлы рәүештә тап ошо мәктәптә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М. М. Шайморатов исемендәге класс асылды. Тағы ла бер мөһим билдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә осрашабыҙ. Ошо уҡ көндө Башҡортостандың легендар Геройы Миңлеғәле Шәйморатовтың вафат булыуына 80 йыл тула. Бөгөн һеҙ — шайморатовсылар. Һеҙ барлыҡ уҡыусыларға ла өлгө булып тораһығыҙ. Һәр берегеҙ ысын кеше, Тыуған илен яратҡан һәм уның өсөн мәғәнәле һәм мөһим эштәр эшләргә ынтылған илһөйәр булырға тейешһегеҙ. Күҙ алдығыҙҙа ике ысын герой өлгөһө бар, – тине ул.

Степандың әсәһе Тамара Витальевна ла балаларға йылы теләктәр менән мөрәжәғәт итте.
Хакимиәт башлығы Алексей Шмелев һәм Степандың ата-әсәһе «Геройҙар өҫтәле» проектына старт бирҙе.

Партала ултырыу хоҡуғы айырым уңыштарға өлгәшкән һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға бирелә. Был хөрмәткә тәүгеләрҙән булып 7-се кластан класс капитаны, әҙәбиәт, физика, геология, иҡтисад буйынса олимпиадалар еңеүсеһе Илья Лапогонов лайыҡ була.

Геройҙар партаһында Степан Белов, уның батырлығы тураһында мәғлүмәттәр, шулай уҡ герой тураһында мәғлүмәт менән рәсми порталға һылтанма яһалған QR-код бар.

Фотолар Октябрьский ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.

Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Степан Белов өлгөһөндә тәрбиәләнәләр
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: