Кисә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Баймаҡ халҡы үҙенең батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатты. Ишбирҙе ауылынан Дәүләтбирҙин Илсур Юлдаш улы махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк була. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.
"Баймаҡ еренең лайыҡлы улы, ил һаҡсыһы – Дәүләтбирҙин Илсур Юлдаш улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Беҙҙең менән бергә бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил ҡайғыра.
Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, Илсур Юлдаш улы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә. Ул дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янағанда, ҡулына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлай.
Беҙҙең хәтерҙә ул Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ.
Хөрмәтле Юлдаш Сабирйән улы, Райлә Зариф ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ"- тигән Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Илсур Дәүләтбирҙин 2000 йылдың 31 мартында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән.Туғандары өсөн өҙөлөп торған ҡусты һәм ағай, ата-әсәһе өсөн ҙур терәк була. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Сибай ҡалаһының күп профилле колледжына уҡырға инә, үҙенең яратҡан һөнәренә эйә була. 2021 йылдың 25 июнендә әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәтттән һуң, артабанғы яҙмышын армия менән бәйләргә була. Махсус хәрби операция барышында Илсур бер нисә тапҡыр батырлыҡ күрһәтә, командованиеның һәм полкташтарының ихтирамын яулай. Һәр береһенең хәтерендә ул шат күңелле егет, ышаныслы иптәш һәм изге дуҫ булып ҡаласаҡ.
Илсурҙың ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сыҙамлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.