Билдәле булыуынса, илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндең тәүге көндәрендә үк бер төркөм Сибай концерт-берекмә артистары махсус хәрби операцияға алынды. Улар араһында моңло тауышлы, бик күп йыр-моң конкурстары еңеүсеһе Әлфир Заманов та бар.
Кисә "Беренсе канал"да Рәсәйҙең Беренсе фронт ижади бригадаһы ҡатнашлығында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан байрам концерты булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сығыш яһаусылар араһында Сибай артистарын да күрергә мөмкин ине. Уларҙың һәр сығышын, һәр һүҙен, һәр ым-ишараһын тотош Башҡортостан халҡы ҙур ғорурлыҡ менән күҙәтте, улар өсөн һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып-үҫкән Әлфир Заманов хәрби музыканы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының "Генерал - Майор Александр Александров" наградаһы менән бүләкләнде. Афарин, Әлфир! Йыр-моңдарың ауыр яуҙа яугирҙәрҙең күңелен моңландырһын, уларға көс һәм дәрт өҫтәһен, еңеүгә ышаныс уятһын! Тиҙерек тыуған яҡтарығыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтырға, йәнә яратҡан тамашасыларығыҙ алдында сығыш яһарға яҙһын!
Фото: Зинира Заманова.